2026 йылғы БДИ йомғаҡтары тураһында Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин Б... — 4 августа 2026 г. в 06:48:13.466
2026 йылғы БДИ йомғаҡтары тураһында Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һөйләне: «Быйыл БДИ-ла 100 балл йыйыусылар һаны артты. 100 баллы һөҙөмтә 210 булды (2025 йылда – 159). 100 баллы эштәрҙең күпселеге – тәбиғи фәндәр циклы предметтарынан. 100 баллылар һаны һиҙелерлек артҡан предметтар: физиканан – 69 (2025 – 36), математиканың профилле кимәле – 21 (2025 – 10), биологиянан – 12 (2026 – 3), әҙәбиәттән — 7 (2025 — 1), йәмғиәт белеменән — 3 (2025 — 1), инглиз теленән — 1 (2025 — 0). Рус теленән 100 баллылар һаны артыуы ҡыуандырҙы — 24 (2025 — 13)». Фото: Валерий Шахов / Башифнорм архивы. Тулыраҡ: https://amanat.su/news/novosti/2026-08-04/bash-ortostanda-bdi-buyynsa-k-p-ballylar-any-ike-tap-yr-a-art-an-4771638 🔷 “Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

