Өфөләге БР Милли музейында мәғарифтың үткән быуаттарҙағы тарихына арналған күргәҙмә асы...
Өфөләге БР Милли музейында мәғарифтың үткән быуаттарҙағы тарихына арналған күргәҙмә асылған. “Белем яҡтыһы: Башҡортостанда мәғрифәтселек (XIX быуат аҙағы – XX быуат башы)” тигән был күргәҙмә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 195 йыл, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға һәм Белем көнөнә арналған. Экспозициялар: 🔹 Өфө губернаһында мәғариф системаһының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләй. 🔹 халҡыбыҙҙың ике мәшһүр мәғрифәтсеһенең тормошо һәм хеҙмәттәре менән таныштыра. Күргәҙмә октябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк. Фотолар: БР Милли музейының матбуғат үҙәге. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb