Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһы уҡыусыһы Мәҙинә Мусина менән Кушнаренк... — 21 августа 2026 г. в 09:30:47.517
Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһы уҡыусыһы Мәҙинә Мусина менән Кушнаренко ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Илшат Зәйнетдинов, “Белем боҙватҡысы – 2026” проектында еңеү яулап, “Еңеүҙең 50 йыллығы” боҙватҡысында халыҡ-ара экспедицияла йөрөп ҡайтты. Быйыл “Белем боҙватҡысы” халыҡ-ара фәнни-ағартыу экспедицияһы етенсе тапҡыр үтте, ул Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды. Арктикаға Рәсәйҙән һәм донъяның 22 иленән 14–16 йәшлек 68 үҫмер – мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары – барған. Ун көнлөк экспедицияла улар Мурманск – Төньяҡ ҡотоп – Франц-Иосиф ере – Мурманск маршрутын үткән. Башҡортостан делегацияһы иң ҙуры булған, унда ике уҡыусынан тыш, “Атом дәресе” конкурсында еңгән Артем Инчин да ҡатнашҡан. Артем Инчин – Стәрлетамаҡ ҡалаһы 11-се мәктәбенең директор урынбаҫары.

