Перейти к содержимому
Максиметер

Беҙҙең уҡыусылар Ҡаҙағстанда үткән Youth Physics Battles (YPhB) халыҡ-ара турнирында ал...

Беҙҙең уҡыусылар Ҡаҙағстанда үткән Youth Physics Battles (YPhB) халыҡ-ара турнирында алтын миҙалдар яулағаны тураһында хәбәр иткәйнек*. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә был оло еңеү өсөн уҡыусыларға рәхмәт белдерә.   Ҡаҙағстан, Рәсәй, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм Кипрҙан меңләп уҡыусы ҡатнашҡан турнирҙа беҙҙең егеттәр математика, физика, химия һәм информатика фәндәре буйынса белемдәрен һынашҡан һәм абсолют еңеүсе булған.   Бына улар, алтын миҙаллы еңеүселәребеҙ: Андрей КАМСКИЙ, Өфөнөң 83-сө инженерлыҡ лицейы, Владислав ИҪӘНБАЕВ, Сибайҙың 9-сы лицейы, Богдан СЕРЕДА, Өфөнөң 161-се лицейы.   Радий Хәбиров еңеүселәрҙең УҠЫТЫУСЫЛАРЫНА һәм йыйылма команданың баш тренеры, ӨФһТУ доценты Анна Федоровна ШИШКИНАҒА айырым рәхмәт һүҙҙәрен  әйтә.   “Был ысынлап та лайыҡлы һөҙөмтә һәм беҙҙең мәктәп белеме менән ғорурланыр өсөн сәбәп. Уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйем!” – тип яҙа Башҡортостан Башлығы.   Фото: Радий Хәбиров / МАКС.    *https://amanat.su/news/novosti/2026-08-31/f-u-yusylary-haly-ara-f-nni-alyshta-absolyut-e-e-se-bul-an-4797348        🔷 “Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

46 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

183 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.