СӘЛӘМӘТ БУЛ!
СӘЛӘМӘТ БУЛ! Фастфудты балалар ярата, ә фастфуд балаларҙы яратамы? Өфө табибәһе Татьяна Ханило аңлата: “Фастфуд һәм татлы ризыҡтар тиҙ үҙләштерелә торған углеводтарға һәм майҙарға бай. Улар бик тиҙ, әммә бик ҡыҫҡа ваҡытҡа энергия бирә. Артабан ҡанда глюкоза ҡапыл төшә. Уҡыусыны һүлпәнлек, йоҡо баҫа, иғтибары тарҡала. Бындай хәлдә яңы материалды үҙләштереү бик ауыр”. Бындай аҙыҡ менән үтә йыш туҡланыу матдәләр алмашыныуына һәм мейе эшенә зыян килтерә. Мейегә ҡан барыу насарлана, һөҙөмтәлә хәтер, фекерләү етеҙлеге, уҡыу һәләте боҙола. Бала һимерә башлай, ялҡаулана, йөрөгөһө, хәрәкәтләнгеһе килмәй. Шәп түгел, ҡыҫҡаһы. Дөрөҫ туҡланыуға етмәй инде. Фото: Ксения Калинина / Башинформ 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb