Бөгөн, 15 сентябрь, – Берҙәм үлсәмдәрҙе тәьмин итеүсе дәүләт системаһы көнө. Ошо уңайҙа...
Бөгөн, 15 сентябрь, – Берҙәм үлсәмдәрҙе тәьмин итеүсе дәүләт системаһы көнө. Ошо уңайҙан Өфөнөң 96-сы лицейы уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй метрология дәресе үтте. Уны А. Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә ойошторҙолар. Уҡыусылар тармаҡ эшенә баш-көллө сумды, квест уйынында яңы белемдәрҙе үҙләштерҙе. Бының һөҙөмтәһендә һәр береһенә метролог аттестаты тапшырылды. “Аттестат уҡыусының карьераһында беренсе һөнәри документҡа әүерелә”, – ти Росстандарттың Башҡортостандағы метрологик белем биреү кластеры кураторы Мәликә Шәкүрова. Фото: pressfoto / Magnific.