ХАТ-ХӘБӘР
ХАТ-ХӘБӘР Йәрминкәлә ҡатнаштыҡ Өфө ҡалаһының Дим паркында Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған көҙгө йәрминкә үтте. Ниндәй генә милләт вәкилдәре йыйылмаған ине унда, ә өҫтәлдәр милли аш-һыуҙан һығылып торҙо. Башҡорт бишмармағы, ҡымыҙы, тултырма, сәк-сәк, үзбәк былауы, тағы ла төрлө милләттәрҙең хашлама, бун-ча, лывжа кеүек милли ризыҡтарын бешереп алып килгәндәр. Беҙҙең синыфҡа башҡорт милләтен күрһәтеү эләкте. Беҙ бик ныҡ тырыштыҡ һәм тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне – 1-се урынды алып ҡыуандыҡ. Йәрминкәлә берәүҙәр һатты, берәүҙәр алды, һуңынан барыһы ла яҡшы кәйеф менән таралышты. КӨМӨШБАЕВА Азалия, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының 6-сы синыф уҡыусыһы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb