ШӘХЕСТӘР
ШӘХЕСТӘР Заһир Исмәғилев (1917–2003) – Башҡортостанда профессиональ музыка сәнғәтен үҫтереүгә башланғыс һалған композиторҙарҙың береһе. Киләһе йылдың ғинуарында республикабыҙ уның тыуыуына 110 йыл тулыуын билдәләйәсәк. ▫️Заһир Исмәғилев Ырымбур өлкәһе Сермән ауылында (хәҙерге Белорет районындағы ауыл) урман эшсеһе ғаиләһендә тыуған. ▫️Бәләкәйҙән ҡурай тартҡан. ▫️Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Инйәрҙә урман химияһы техникумында уҡыған, шунан Белорет леспромхозында таксатор булып эшләгән. ▫️1934 йылда Белорет ҡалаһына гастролгә килгән Башҡорт драма театрының ҡурайсы артисы ауырып киткәс, уны алмаштырған. Театр артисы Арыҫлан Мөбәрәков Заһирҙы театрға саҡырған. ▫️Өфөлә Заһир кистәрен театрҙа ҡурайсы булараҡ сығыш яһай, көндөҙ театрҙың һәләтле йәштәр студияһында уҡый. Шунан Мәскәү консерваторияһының башҡорт милли студияһын тамамлай. 1948 йылда Мәскәү консерваторияһының композиторлыҡ факультетына уҡырға инә. ▪️Заһир Ғариф улы Исмәғилев – Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе ректоры. Бер нисә йыл Башҡортостан композиторҙар союзы рәйесе, РСФСР Композиторҙар союзы секретары.РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың халыҡ артисы. Күп һанлы премиялар лауреаты, ордендар кавалеры. ▪️Заһир Исмәғилев яҙған опералар: “Салауат Юлаев”, “Ҡаһым түрә”, “Шәүрә”, “Ағиҙел тулҡындары”, “Урал илселәре”, “Аҡмулла”. Балеттары: “Сыңрау торна”. Комедия спектаклдәре: “Ҡоҙаса”, “Алмаҡай”. Йәнә фортепиано өсөн әҫәрҙәр, кантаталар, йырҙар, романстар ижад иткән.