Өфө битлонсыһы Максим Аптыкаев үҫмер йәштәр араһында йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренс...
Өфө битлонсыһы Максим Аптыкаев үҫмер йәштәр араһында йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә тағы бер алтын миҙал яулаған. Максим роллерлы саңғыла 7,5 километрға спринтта беренсе урынды алған. Бынан алда 12,5 км ярышта алтын миҙаллы булғаны тураһында төркөмөбөҙҙә хәбәр иткәйнек. Мишкә районы егете Максим Аптыкаев әлеге ваҡытта Өфө биатлон мәктәбендә тәрбиәләнә. Беренселектә Рәсәйҙең 35 төбәгенән 146 йәш спортсы ҡатнаша. Турнир 29 сентябргә тиклем барасаҡ. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb