“Россия 1” телеканалында ил уҡытыусылары иң шәп дәрес биреүҙә ярыша. Башҡортостандан хи...
“Россия 1” телеканалында ил уҡытыусылары иң шәп дәрес биреүҙә ярыша. Башҡортостандан химия уҡытыусыһы Марсель Фәйрүзов “Классная тема” конкурсының ярымфиналына үтте. 27 сентябргә тиклем тауыш биреү бара. Кем күберәк тауыш йыя – шул финалға сыға. Бына химия фәне буйынса конкурсанттарға тауыш биреү өсөн һылтанма, ул МАКС-та ғына бара: https://max.ru/sferum_survey_bot?startapp=41ede013-0c1c-43a6-80b7-86bd9ce65c95 Марсель Йәлил улының конкурс эше – металдар тураһында дәресе – федераль каналдарҙа күрһәтелә. Уны бында ҡарарға була: https://vk.ru/wall-207448939_53514 Уҡытыусы теманы бик аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Дәресте ҡарағыҙ, химиянан белемдәрегеҙҙе арттырығыҙ.