“Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова Ауырғазы районы Рәшит Назаров и...
“Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында булды. Гимназияның ВК төркөмөндә ошондай пост сыҡты: Бөгөн беренсе синыф уҡыусыларының Әлифба дәресе бик үҙенсәлекле үтте. Уҡыусыларға ҡунаҡҡа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан «Аманат» журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлимбирҙе ҡыҙы Яҡупова килде. Зөбәржәт апайҙары бәләкәстәрҙе мәктәпкә аяҡ баҫыуҙары һәм Әлифбаны уҡый башлауҙары менән ихлас ҡотланы. Ул уларға уҡыуҙа ҙур уңыштар, яҡты киләсәк теләне. Үҙ сиратында, беренселәр ҡунаҡҡа тырышып уҡырға һәм яратҡан «Аманат» журналы үткәргән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға һүҙ бирҙе. Йәнле осрашыу өсөн Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙына ҙур рәхмәт! Фотоларҙа – Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы 1-се синыфта. Синыф етәксеһе – Розалия Йәлилова.