25 һәм 26 сентябрҙә Башҡортостанда XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы була. Ул Өфөлә тыуып...
25 һәм 26 сентябрҙә Башҡортостанда XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы була. Ул Өфөлә тыуып үҫкән мәшһүр яҙыусы һәм йәмәғәтсе Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына (1791–1859) 235 йыл тулыуға арнала. 🔺Һәр бала Сергей Аксаковты “Ал сәскә” тигән әкиәттең авторы булараҡ белә. 🔺25 сентябрҙә Өфөнөң уҡыу йорттарында «Аксаков дәрестәре» үтә. Улар намыҫ, выждан, әхләҡлелек темаларына арнала. Байрамға килгән ҡунаҡтар уҡыусылар һәм студенттар алдында сығыш яһаясаҡ. ▫️Волжск дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалында үтәсәк намыҫ дәресендә адмиралдар, генералдар, йәмәғәтселәр беренсе курс студенттарына студент билеттары тапшырасаҡ. ▫️Аксаков гимназияһындағы әхләҡ дәресендә яҙыусылар, публицистар, музей хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән традицион ҡиммәттәр тураһында әңгәмә ҡорасаҡ. Аксаковтар ғаиләһе һәм С. Т. Аксаков ижады ғаилә ҡиммәттәрен, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлау өлгөһө булып тора. 🔺С. Т. Аксаков исемендәге баҡсала ижади коллективтар сығыштары, балалар һүрәттәре күргәҙмәһе була. 🔺25 сентябрҙең кисендәге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында (элек ул Аксаков халыҡ йорто булған) үтәсәк тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһын һәм Григорий Аксаков орденын тапшырасаҡ. Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-23/bash-ortostanda-xxxvi-haly-ara-aksakov-bayramy-tk-rel-s-k-4824489