🩺 Беренсе ярҙам күрһәтә беләһеңме? Белһәң, белгәнеңде күрһәт әйҙә!
🩺 Беренсе ярҙам күрһәтә беләһеңме? Белһәң, белгәнеңде күрһәт әйҙә! Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлаған. Командалар ярышынан торған был чемпионатта Рәсәйҙең бөтә төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша. Уны Беренселәр Хәрәкәте менән Рәсәй Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы ойоштора. Кемдәр өсөн: 🔺11–13 йәшлек уҡыусылар 🔺14–17 йәшлек уҡыусылар 🔺14–25 йәшлек урта һөнәри белем студенттары 🔺17–25 йәшлек вуз студенттары. ▪️Шарттар менән танышыу һәм ғариза биреү өсөн һылтанма: https://projects.pervye.ru/super-projects/77a5c254-613b-40cc-95f0-80d81fde9240 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb