Башҡортостан II Бөтә Рәсәй ата-әсәләр комитеттары йыйынында ҡатнашты. Беҙҙән 11 кеше ба...
Башҡортостан II Бөтә Рәсәй ата-әсәләр комитеттары йыйынында ҡатнашты. Беҙҙән 11 кеше барҙы. Йыйында төбәктәрҙең иң шәп практик башланғыстарын ҡаранылар. Беҙҙең вәкилдәр Салауат индустриаль колледжында Александра Чухнинаның “Тарихты һаҡлаусылар” патриотик тәрбиә интерактив музейының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Уны колледжда уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре эшләй. Музей өсөн экспонаттар, документтар ҡала архивтарынан, педагогик хеҙмәт ветерандары иҫтәлектәренән туплана. Музей тикшеренеү эштәрендә 220-ләп студентты һәм 180 ата-әсәне берләштерә. Фото: Олег Яровиков / Башинформ архивы. Ентеклерәк – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-22/m-sk-ii-b-t-r-s-y-ata-s-l-r-komitettary-yyyyny-tte-4822827 🔷 “Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb