Теүәл фәндәрҙең абруйы арта, сөнки илгә сәнәғәтте күтәрерлек инженерҙар, белгестәр, ғал...
Теүәл фәндәрҙең абруйы арта, сөнки илгә сәнәғәтте күтәрерлек инженерҙар, белгестәр, ғалимдар кәрәк. 6-сы синыф өсөн “Живая физика” тигән дәрестән тыш курс әҙерләгәндәр. Белеүегеҙсә, физиканы мәктәптә 7-селә уҡыта башлайҙар. Ә был курс шуға тиклем үк уҡыусыларҙы предмет менән ҡыҙыҡһындыра башлау маҡсатын ҡуя. Әсбап балаларға ҡыҙыҡлы миҫалдар аша физика закондарының тереклек менән бәйләнешен аңлата. Ә 7-се һәм 9-сы синыфтарҙа аҙна һайын өҫтәмә бер сәғәтте “Физиканан ауыр һорауҙар” курсы өсөн файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Былар хаҡында РФ мәғариф министры урынбаҫары Ольга Колударова һөйләгән. Һүрәт: brgfx / magnific. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb