Кисә “Салауат Юлаев” командаһы Өфө боҙонда Мәскәүҙең “Спартагы” менән осрашты. Турнир 3...
Кисә “Салауат Юлаев” командаһы Өфө боҙонда Мәскәүҙең “Спартагы” менән осрашты. Турнир 3:1 иҫәбенә “СЮ” еңеүе менән тамамланды. Уға тиклем Өфө хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигын” 2:0 иҫәбенә ҡыйратҡайны. Юлаевсылар әле “Көнсығыш” турнир таблицаһының икенсе баҫҡысын биләй. Фото: “Салауат Юлаев” ХК матбуғат хеҙмәте. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb