“Атайсал. Тыуған яҡ биҙәктәре” этнопрограммаһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Һылы...
“Атайсал. Тыуған яҡ биҙәктәре” этнопрограммаһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Һылыуҡай” модель агентлығы һәм урындағы дизайнерҙар әҙерләгән. Милли кейем көнөнә арналған сара тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙа. “Был матур, үҙенсәлекле, ә хәҙер килеп – модалы ла”, – тигән ул. Элек музейҙарҙа һәм китаптарҙа ғына күрелгән биҙәктәр хәҙер эш костюмдарының, көндәлек кейемдең элементына әйләнде. Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте / МАКС.