Бөгөн башҡортостандар Милли кейем көнөн билдәләй!
Бөгөн башҡортостандар Милли кейем көнөн билдәләй! Милли кейем байрамын, республикабыҙ Башлығы Указына ярашлы, йылына ике тапҡыр үткәрәбеҙ – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Бөгөн – сентябрҙең икенсе йомаһы, йәғни бөгөн республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар һәр ҡайһыһы үҙ милли кейем-һалымын айырыуса ҡәҙерләй, өйрәнә, күркәмлегенә һоҡлана. Башҡаларҙың кейемдәрен ҡарай, оҡшашлыҡтарҙы, айырмаларҙы таба. Шуныһы: һәр халыҡтың үҙ кейеме үҙенә танһыҡ, үҙенә яҡшы. Һүрәттә: милли кейемле сараларҙың береһнән күренеш. Сағыу төҫтәр, матур күлдәктәр, шат йөҙҙәр. Фото: Олег Яровиков / Башинформ архивы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb