Өфөнөң 40-сы балалар баҡсаһында, РФ халыҡтары телдәре көнөнә арнап, тәрбиәләнеүселәргә ...
Өфөнөң 40-сы балалар баҡсаһында, РФ халыҡтары телдәре көнөнә арнап, тәрбиәләнеүселәргә ҡыҙыҡлы уйындар аша телдәр тураһында һөйләгәндәр. Балалар “Йомаҡты сис”, “Ҡулъяулыҡ”, “Мәҡәлде йый”, “Ҡанатлы һүҙҙәр”, “Грамотейҙар”, “Күңелле һорауҙар” уйындарын уйнаған, телде нисек белеүҙәрен күрһәткән. Тәрбиәселәре уларға туған телеңде һәм мәҙәниәтеңде һөйөүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлатҡан. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb