МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Беренсе уҡытыусы күңелдәрҙә мәңгелеккә ҡала... Һәр бала үҙенең тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөн, тәүге ҡыңғырау зыңлауын, тәүге мәктәп байрамдарын ғүмере буйы күңелендә йөрөтә тип уйлайым. Беренсе уҡытыусы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға ғына түгел, уҡыусыны ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәтә, уны оло тормошҡа әҙерләүгә күп көс һала. Шуғалыр ҙа, йылдар үтһә лә, башланғыс класта уҡытҡан уҡытыусы ул онотолмай. Мин, ХӘКИМОВА Паулина, – Өфө ҡалаһының 1-се республика күп профилле полилингваль гимназияһының 4-се "А" синыфы уҡыусыһы. Тәүге уҡытыусым Әбелғужина Гөлназ Ғәни ҡыҙы синыфтағы ҡырҡ балаға дөрөҫ итеп ручка тотоуҙан, яҙырға, һанарға өйрәтеүҙән башланы һәм беҙгә ҙур белем донъяһына юл асты. Гөлназ Ғәни ҡыҙының дәрестәре ҡыҙыҡ та, күңелле лә. Беҙ уның дәрестәрен рәхәтләнеп өйрәнәбеҙ һәм үҙләштерәбеҙ. Бәхетле минуттар өсөн уға ҙур рәхмәт!