🍂 🍂 🍂
🍂 🍂 🍂 Һары япраҡ, һары һағыш Баҫмаһын күңелеңде. Көҙҙөң дә үҙ матурлығы, Йылмай, йылмай һин тағы. Һары япраҡ оса-оса Урман-ҡырҙарға ятҡан. Көҙһылыуы тырыша-тырыша Һары келәмен япҡан. Ҡоштарым да оҙаҡламай Осор йылы яҡтарға. Һаубуллашып, ҡулым болғап Ҡалырмын мин уларға. Һалҡын елдәр иҫһәләрҙә, Яуһа ла ямғырҙары, Йөрәгемдә – яҡты ҡояш, Етер әле нурҙары. ҒИЛМАНОВА Рушана, Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 9-сы "Б" синыфы уҡыусыһы. Автор фотоһы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb