МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Мин, Рогова Милена, тәүге уҡытыусым Дилбәр Дәриғәт ҡыҙы менән. Ғафури районы Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 3-сө синыфта уҡыйым. Хөрмәтле уҡытыусым Дилбәр Дәриғәт ҡыҙы миңә 1-се синыфтан башлап белем серҙәрен төшөндөрә. Уның һәр дәресе ҡыҙыҡ, фәһемле һәм мауыҡтырғыс. Уҡытыусым тәрән белемле, талапсан. Беҙҙә, үҙенең уҡыусыларында ла, шундай сифаттар тәбиәләргә тырыша. Дәрестәрҙән тыш ижади эштәрҙә лә ҡатнашырға саҡыра һәм уларҙы уңышлы башҡарып сығыр өсөн һәр саҡ ярҙам итә. Беҙ бөтә синыфыбыҙ менән уны бик яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb