Рөстәм Нурыевты Башҡорт интернет бабайы тип йөрөтәләр. Ул күп йылдар Википедия интернет...
Рөстәм Нурыевты Башҡорт интернет бабайы тип йөрөтәләр. Ул күп йылдар Википедия интернет-энциклопедияһын башҡортсалаштырыу менән шөғөлләнде, унан һуң Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән Рувикиҙы алға һөрҙө. Рөстәм Шакирйән улы яһалма аң (зиһен) менән бик дуҫ. Башҡаларҙы ла уның менән дуҫлаштыра. Яһалма аңды башҡортсаға өйрәтеү, уның мөмкинлектәрен башҡорт телендә ҡулланыу йүнәлешендә әүҙем. О сколько нам открытий чудных Готовят просвещенья дух И опыт, сын ошибок трудных, И гений, парадоксов друг, И случай, бог изобретатель. А.С.Пушкин, октябрь-ноябрь 1829 Уҡыу-ғилем, аң-белем, Күпме асыш килтерер. Тәжрибә тигән зирәклек Хаталарҙан өлгөрөр. Даһи фекер, тәрән ижад, Йәшәй хикмәт донъяла. Көтөлмәгән уңыш-осраҡ Хыялдан ул башлана. Рөстәм Нурыев, 05.09.2026 / ВК.