ЕР-ҺЫУЫБЫҘ
ЕР-ҺЫУЫБЫҘ Ҡыраҡа һырты таң атҡанда. “Ҡыраҡа” атамаһын ҡайһы берәүҙәр “ҡырҡ арҡа” тигәндән килеп сыҡҡан тиҙәр. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлегендә “ҡыраҡа” тау һырты тигәнде аңлата, йәғни был тау атамаһы шул һүҙгә тоташа, тиелгән. Ҡыраҡа һырттары Белорет ҡалаһынан көньяҡтараҡ Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Өс тау һыртынан тора: Көньяҡ Ҡыраҡа, Оло Ҡыраҡа һәм Төньяҡ Ҡыраҡа. Төньяҡтан көньяҡҡа дөйөм оҙонлоғо яҡынса 90 км. Иң юғары нөктәһе Суртанды һыртында — 1045 м. Фото: Елена ПЕРМИНОВА (2026 йылдың 4 июле) / ВК.