1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге...
1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы белем биреү үҙәгендә уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы. “Ҡәҙерле уҡыусылар! Хөрмәтле уҡытыусылар! Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙҙең барығыҙҙы ла 1 сентябрь, Белем көнө менән бөтә күңелдән ҡотайым! Бөгөн беҙҙең республикала ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә бара, 41 меңе – беренсе синыфҡа. Беренсе синыфҡа барыусыларыбыҙға мөрәжәғәт итеп, уларға айырым һүҙҙәр әйткем килә, сөнки улар белем донъяһына ишекте аса. Был уҡыу йылдары ҡыҙыҡлы, сағыу һәм ҡояшлы булһын! Ҡәҙерле уҡыусылар һәм хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙ яңыртылған мәктәпкә килдегеҙ. Ул башҡаларҙан айырылып тора, сөнки Рәсәй Геройы, яугир, спецназ төркөмө командиры Серафимов Максим Владимирович исемен йөрөтә. Был һеҙҙең өсөн ҙур дәрәжә һәм, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ. Икенсе яҡтан, өлгө алыр кеше бар. Һәммәгеҙгә яҡшы уҡыу теләйем. Юлығыҙ тигеҙ һәм яҡты булһын”, – тине Радий Хәбиров. Ҡотлау һүҙҙәре менән мәктәп директоры Альбина Уразова, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова, ата-әсәләрҙән Аида Крохалева һәм беренсе синыф уҡыусылары сығыш яһаны. Мәктәптә 912 уҡыусы уҡый. Быйыл 10-сы синыфтарҙа химия һәм биологияны тәрән өйрәнеү, математика һәм йәмғиәт белемен тәрән өйрәнеү профилдәре, ә 7-се синыфта агротехник һәм 5-селә кадет тәүпрофилдәре эшләй башлай. Фото: Олег Яровиков / Башинформ.