ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС! 🚀Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр! Белем көнөндә “Аманат” журналы редакцияһы “Минең уҡытыусым” тигән өр-яңы фотоконкурс иғлан итә. “Аманат” журналы йыл һайын, 5 октябрь – Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөнә арнап, ВК төркөмөндә “Минең уҡытыусым” конкурсын үткәрә. Быйыл да ошо традициябыҙға тоғро ҡалабыҙ. Конкурста ҡатнашыу өсөн уҡытыусығыҙ менән төшкән фотоғыҙҙы “Аманат” тың vk.ru/amanatrb төркөмөнә йә amanat@yandex.ru электрон почтаһына 10 сентябргә тиклем ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фотоның аҫтына исем-шәрифегеҙҙе, ҡала, район, ауыл, мәктәпте тулы итеп яҙырға онотмағыҙ. 11–21 сентябрҙә фотоларға тауыш биреү барасаҡ. ИҢ КҮП ЛАЙЫҠ ЙЫЙҒАН ӨС ФОТО ЕҢЕҮ ЯУЛАЯСАҠ! Еңеүселәрҙе “Аманат” журналының Маҡтау хаттары, иҫтәлекле бүләктәр көтә. ❗️Беренсе өс урынға – бер кәрзин йомшаҡ уйынсыҡтар һәм тәмлекәстәр. ❗️10 баланы Хәрби дан музейына (Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7-се йорт) икешәр кешелек саҡырыу билеттары көтә. Дуҫтар, барығыҙҙы ла конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Оло хөрмәткә лайыҡ иң изге кешеләребеҙ – Уҡытыусыларыбыҙҙы – билдәле итәйек. Башланып торған яңы уҡыу йылы менән барығыҙҙы ла ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр теләп, “Аманат” журналы редакцияһы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb