Киләһе йыл асыласаҡ Республика математика лицей-интернатына инеү өсөн һынауҙар юлы башл...
Киләһе йыл асыласаҡ Республика математика лицей-интернатына инеү өсөн һынауҙар юлы башланып тора! 1 октябрҙә уның 1-се турына теркәлеү асылды. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин менән буласаҡ математика лицей-интернатын ойоштороу буйынса эш төркөмө етәксеһе Ринат Ҡурамшин «РМЛИ-ға юл» республика олимпиадаһын үткәреү һәм уҡырға инеү өсөн кандидаттарҙы һайлап алыу нисек барасағы тураһында һөйләне. Математиканы “һыу кеүек” эскән балаларға был шәп мөмкинлекте ҡулдан ысҡынлырырға ярамай. РМЛИ-ға инеү тураһында бөтә мәғлүмәт һәм теркәлеүгә һылтанма – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-02/bulasa-respublika-matematika-litsey-internatyna-abul-ite-ynau-ary-bashlana-4833265