💐Бөгөн журналистар Өфөләге Матбуғат йорто алдында Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр...
💐Бөгөн журналистар Өфөләге Матбуғат йорто алдында Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды. ▪️Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә Бесәнсе ауылында (хәҙерге Күгәрсен районы Хоҙайбиҙин ауылы) фәҡир ғаиләлә тыуа. ▪️1909 йыл “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1914 – мәҙрәсә етәкселеген тәнҡитләгән өсөн уны уҡыу йортонан ҡыуалар. ▪️Фельдшерҙар курсын тамамлап, Беренсе донъя һуғышына китә, 1916 йылда ҡаты яраланып, Өфөгә оҙатыла. ▪️Башҡортостанда барған революцион хәрәкәттә, Граждандар һуғышында ҡатнаша. ▪️1921–24 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары рәйесе урынбаҫары, Эске эштәр халыҡ комиссары була. ▪️1924 йылдың 21 декабрендә 28 йәшендә вафат була. ▪️Шәһит Хоҙайбирҙин башҡорт әҙәби телен формалаштырыуға ҙур өлөш индерә. Фото: Юлай Кәримов. Тулыраҡ: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-09/zhurnalistar-sh-it-ho-aybir-in-yk-len-s-sk-l-r-aldy-4840165