"Фәрзәнә көнбайышҡа бара” / “Фарзана идет на запад” фильмының яңы афишаһы сыҡҡан. Унда ...
"Фәрзәнә көнбайышҡа бара” / “Фарзана идет на запад” фильмының яңы афишаһы сыҡҡан. Унда картинаның төп героиняһы Фәрзәнәнең һүрәте ҡуйылған. ▪️Фильм 1944 йылда Учалы районынан 450 баш һыйырҙы фашистарҙан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып барыу ваҡиғаһын һөйләй. ▪️Был иҫ киткес ҡатмарлы эште нигеҙҙә үҫмер йәштәр башҡара. ▪️Төп героиняға 14 йәш. Уны Өфө мәктәбе уҡыусыһы Әминә Сәлмәнова уйнай, кино төшөрөлгәндә уға ла 14 йәш була. ▪️Әминәнең ата-әсәһе – ижад кешеләре. Атаһы – Рәмзил Сәлмәнов, әсәһе – Римма Ҡаһарманова. ▪️8 октябрҙә Рәсәйҙә “Фәрзәнә көнбайышҡа бара” фильмының премьераһы була Ентеклерәк – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-07/8-oktyabr-r-s-y-f-rz-n-k-nbayysh-a-bara-filmyny-premiera-y-bula-4838008