Рәсәй театр һәм кино актрисаһы, йырсы, йырҙар ижад итеүсе Nara Play тыуған ҡалаһы Сибай...
Рәсәй театр һәм кино актрисаһы, йырсы, йырҙар ижад итеүсе Nara Play тыуған ҡалаһы Сибайға арнап йыр яҙҙырған. Йырҙың бер өлөшөн ВК-лағы каналына һалған һәм пресейв эшләргә тәҡдим иткән. Йыр плей-листта 30 октябрҙә сығасаҡ. Нара Сабитова 1993 йылдың 20 ғинуарында Сибайҙа тыуған. Никита Михалков киноакадемияһын тамамлаған һәм уның театрында эшләй. Nara Play – актрисаның йыр проекты. Уның иң билдәле эштәренең береһе – “Мәңгелеккә” тигән йыры һәм клибы.