Республика көнөнә арнап, Ауырғазы районында «Тыуған яғым — Башҡортостан» шиғыр һөйләүсе...
Республика көнөнә арнап, Ауырғазы районында «Тыуған яғым — Башҡортостан» шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары был ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашты һәм район этабына сыҡты. Ярыш йомғаҡтары буйынса беҙҙең 1-се синыф уҡыусылары I дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. Беҙ СӘЙЕТБАТТАЛОВ Ниязды, ВӘЛИТОВА Рушананы һәм СМАКОВ Исламды уңышлы сығыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм артабан да ижади еңеүҙәр теләйбеҙ! Розалиә ЙӘЛИЛОВА, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-08/respublika-k-n-n-arnal-an-b-ygel-atnashty-4839290