Өфөнөң «Әр-Рәхим» мәсетендә яңы яҡтыртҡыстарҙы һынайҙар. Мәсет төрлө төҫтәр менән балҡы...
Өфөнөң «Әр-Рәхим» мәсетендә яңы яҡтыртҡыстарҙы һынайҙар. Мәсет төрлө төҫтәр менән балҡый. Блогер Илнара Рахманғолова мәсет ҡаршыһындағы йортта йәшәй икән. Матурлыҡты фотоға төшөрөп, «Башинформ» агентлығына ебәргән. "Әр-Рәхим мәсете көн һайын яҡтырып тора, әммә бөгөн бигерәк тә сағыу. Көн дә ошо матурлыҡты күреүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Мәсет төнгө ҡалала бигерәк илаһи булып күренә", — тип яҙған блогер. Сығанаҡ: Башинформ.