“Салауат Юлаев” хоккейсылары Новосибирскиҙа ҡаланың “Себер” командаһы менән матч үткәрҙ...
“Салауат Юлаев” хоккейсылары Новосибирскиҙа ҡаланың “Себер” командаһы менән матч үткәрҙе һәм 5:4 иҫәбе менән еңеү яуланы. “СЮ” 5 октябрҙә Мәскәүҙә ЦСКА-нан 1:3 иҫәбенә еңелгәйне. “Себер” менән тәүге осрашыуы ла уңышһыҙ үткәйне һәм еңелеү менән тамамланғайны. Ниһайәт, отолоуҙар тулҡыны өҙөлдө. Киләһе осрашыу “Металлург” менән үтәсәк. Фото: “Салауат Юлаев” ХК матбуғат хеҙмәте / Башинформ.