10 октябрҙә Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Уға арналған саралар 6 октябрҙә үк баш...
10 октябрҙә Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Уға арналған саралар 6 октябрҙә үк башланды: Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәптәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары менән артистар, белгестәр осрашҡан. Йәш музыка һөйөүселәргә Венер Йылҡыбаев – ҡурайҙа, Гүзәл Үмәрғәлина – думбырала, Ольга Әминева ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәткән. Ә. Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Йылҡыбаев килгән һәм ҡурай тартыу серҙәре менән уртаҡлашҡан. Фото: Ә. Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе сайтынан.