Өфөнөң 164-се белем биреү үҙәге уҡыусылары “Йәштәр шиповкаһы” еңел атлетика дүртбәйгеһ...
Өфөнөң 164-се белем биреү үҙәге уҡыусылары “Йәштәр шиповкаһы” еңел атлетика дүртбәйгеһе буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында еңгән. Турнир Сочи ҡалаһында үткән. 164-се белем биреү үҙәге командаһы, 1342 мәрәй йыйып, ҡала мәктәптәре араһында 1-се урынды алған. Команда составында – Алина Хажиева, Арина Ғәбдрәҡипова, Афина Ханнанова, Амалия Аникеева һәм Татьяна Бырка. Команданы тренерҙар Гөлнара Кирәйева менән Арсен Кирәйев әҙерләгән. Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте. https://amanat.su/news/sport/2026-10-10/f-u-yusylary-b-t-r-s-y-e-el-atletika-d-rtb-yge-end-e-g-n-4841203 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb