“Башҡортостан гүзәле-2026” матурлыҡ һәм традициялар конкурсына һайлап алыу үтәсәген иғл...
“Башҡортостан гүзәле-2026” матурлыҡ һәм традициялар конкурсына һайлап алыу үтәсәген иғлан иттеләр. Ул Өфөлә 18 октябрҙә була. Конкурста 5 йәштән 35 йәшкә тиклемге гүзәлкәйҙәр ҡатнаша. Конкурс милли йолаларҙы һаҡлау, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыу, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу маҡсатын ҡуя. Ғариза биреү конкурстың ВК-лағы төркөмөндә бара https://vk.ru/nationbeautyrus . Фото: Руслан Сафин / “Башҡортостан гүзәле” конкурсының ойоштороу комитеты.