“БАТР” төркөмө баҫыу эшсәндәре тураһында клип сығарған. “Атайым – механизатор” тигән й...
“БАТР” төркөмө баҫыу эшсәндәре тураһында клип сығарған. “Атайым – механизатор” тигән йырҙа егеттәр ауыл кешеһенең хеҙмәтен батырлыҡҡа тиңләй 🌾💪🚜. – Ихтирам ителеүсе хеҙмәттең ниндәй булыуы тураһында ул. Баҫыуҙарыбыҙҙың киңлеге һәм машиналарҙың ҡеүәте тураһында. Башҡалар яңылыҡлы таҫмаларҙы битләгәндә илде ысынлап күтәреүсе кешеләр тураһында визуаль шиғриәт, – ти “БАТР”ҙар. Яңы клип менән Башҡортостан Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы таныштыра. Видео: Башҡортостан Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы / МАКС.