Перейти к содержимому
Максиметер

Уйындар ҡумтаһында шәп яңылыҡ! 🎲✨

Уйындар ҡумтаһында шәп яңылыҡ! 🎲✨ «Башҡортса аҡыллы уйындар» ҡумтаһы яңы ҡыҙыҡлы уйындар менән тулыланды. Иң ҡыуаныслыһы — был уйындарҙы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең 9 класс уҡыусылары үҙ ҡулдары менән эшләне! 👏 Бына улар — беҙҙең йәш уйын оҫталары: 🔍 «Филвордтар» — хәрефтәр араһында йәшерелгән башҡорт һүҙҙәрен табырға кәрәк. Уйынды яһаусы: Радик Сәйфуллин. ⏱ «Тиҙ һүҙ» — һеҙҙең тиҙлеккә һәм тел белеменә һынау! 60 секунд эсендә нисә һүҙҙең тәржемәһен билдәләй алаһығыҙ? Уйынды яһаусы: Айвар Ғәләлетдинов. Башҡорт телен өйрәнеү ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булыуын егеттәр үҙ миҫалында иҫбатланы. 🕹 Уйындар һылтанмаһы: https://aynatext.ru/bashqort/ Һеҙҙең фекерегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим! 👉 Уйындарҙы уйнап ҡарағыҙ һәм үҙ уйҙарығыҙҙы, тәьҫораттарығыҙҙы ошо пост аҫтындағы коментарийҙарҙа яҙып ҡалдырығыҙ. Оҫталарҙың ижад дәрте һүрелмәһен!

61 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

183 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.