3–12 ноябрҙә теләге булған һәр кемгә XI “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара ағартыу акци...
3–12 ноябрҙә теләге булған һәр кемгә XI “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара ағартыу акцияһында ҡатнашырға мөмкин буласаҡ. Быйыл ул тулыһынса офлайнда үтәсәк. Диктант өсөн төрлө майҙансыҡтар әҙерләнә. Башҡортостандың биш театры диктант яҙыусыларҙы ҡабул итәсәк. Диктант һылтауы менән театрҙар халыҡҡа төрлө сюрприздар ҙа әҙерләй икән. Диктанттың заданиелары тест рәүешендә төҙөлгән. Һорауҙарға яуап биреү бик күңелле буласаҡ, сөнки улар ҡыҙыҡ йөкмәткеле итеп эшләнгән, тиҙәр. - Заданиеларҙы үтәүгә 45 минут бирелә, иң күбе 100 балл йыйып буласаҡ. - 16 йәшкә тиклемгеләр 20 дөйөм федераль һорауға яуап бирәсәк, -16 йәштән өлкәндәр – 30 һорауға. МХО ҡатнашыусылары һәм Рәсәйҙең төрлө халыҡтары вәкилдәре тарафынан 10 үҙенсәлекле видеоһорау төшөргәндәр.