Мәскәүҙә XII “Әкиәт һинең өйөңә килә” Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр ғаилә театрҙары асыҡ фестива...
Мәскәүҙә XII “Әкиәт һинең өйөңә килә” Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр ғаилә театрҙары асыҡ фестивале тамамланған. Унда Санкт-Петербургтан бер театр менән Өфөнән “Добро пожаловать” ғаилә халыҡ театры Гран-при яулаған. Өфөнән барған ғаилә театры “Башкирские вечерки” (режиссеры Наталья Анрющенко) тигән спектакль ҡуйған. Хикмәте шунда: тамашала балаларҙан олатай-өләсәйҙәргә тиклем тотош ғаиләләр ҡатнаша; өҫтәүенә, ул рус һәм башҡорт телдәрендә бара.