📍 Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы — 10 сентября 2026 г. в 12:30:02.754
📍 Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы ✅ Башҡортостан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың «Микрогранттар» конкурсы йомғаҡтары буйынса дөйөм ил рейтингында беренсе урынды алды. Өс лидер иҫәбендә шулай уҡ Новгород өлкәһе һәм Санкт-Петербург бар. ✅ Тотош Рәсәйҙә 5000-дән ашыу заявка араһынан эксперттар иң яҡшы 155 проектты һайлап алған. Уларға дәүләт яҡынса 40 миллион һум аҡса бүлә – был иһә былтырғыға ҡарағанда 10 миллионға күберәк. Башҡортостандан 11 йәштәр башланғысы еңеүгә иреште. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс уларға үҙҙәренең социаль, ижади йәки эшҡыуарлыҡ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн 300 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкинлек бирә. ✅ Республикабыҙҙың еңеү яулаған проекттары араһында «Ябыҡ ҡала. Асыҡ уйындар» фиджитал-спорт мәктәп лигаһы, «Һинең яғың», «Йәш БПЛА операторҙары» һәм башҡалар бар.

