⚡️ Башҡортостанда «Ватан көсө» форумы үткәрелә — 10 сентября 2026 г. в 11:45:58.516
⚡️ Башҡортостанда «Ватан көсө» форумы үткәрелә ✅ 11 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында бишенсе тапҡыр «Ватан көсө» форумы ойошторола. Күләмле сараға 1000-дән ашыу ҡатнашыусы: меценаттар, ирекмәндәр, махсус хәрби операция геройҙары, әүҙем йәштәр һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ йыйыла. ✅ Программала пленар дискуссиялар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, милли кейем көнө уңайынан этномода күрһәтеү, асыҡ лекциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған. Эш һигеҙ тематик майҙансыҡта ойоштороласаҡ. Ҡатнашыусылар яҡташлыҡты нығытыу, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, мәҙәни кодты һәм туған телде һаҡлау, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәр потенциалын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Был темалар республиканың дөйөм киләсәге өсөн йәмғиәтте берләштереүгә йүнәлтелгән.

