Дөйөм ҡала өмәһенә рәхим ит😍 — 10 сентября 2026 г. в 09:55:27.541
Дөйөм ҡала өмәһенә рәхим ит😍 12 сентябрҙә 9:00 сәғәттә Стәрлетамаҡта дөйөм ҡала өмәһе башлана. Экологик сара барышында биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре планлаштырыла: бәләкәй архитектура формаларын һәм кәртәләрҙе ремонтлау һәм буяу, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу, сүп-сар йыйыу һәм сығарыу. Ҡаланың бөтә халҡын, предприятиеларҙы, ойошмаларҙы һәм учреждениеларҙы таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу буйынса сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Өмәгә үҙегеҙ йәшәгән йорт яны биләмәләренә йәки дөйөм ҡала территорияларына сығырға мөмкин. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса.

