Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды — 10 сентября 2026 г. в 06:41:12.246
Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн башҡарырға тейеш. — Халҡыбыҙҙа ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йөҙәрләгән көй һәм йыр һаҡлана. Был беҙҙең ҙур мәҙәни байлығыбыҙ. Музыкаль мираҫ ынйыларының 110-ы республика конкурстары положениеһына индерелгән — шул рәүешле профессиональ ҡурайсылар араһында уникаль система булдырылған. Күләмле эстафетаны тап ошо 110 көйгә бағышлайбыҙ. Беҙ был көйҙәрҙе уйнап ҡына ҡалмайбыҙ, ә уларҙың матурлығы һәм тәрәнлеге хаҡында һәр кемдең иҫенә төшөрөргә теләйбеҙ, – ти эстафета-флешмобты ойоштороусылар. Эстафетаны Стәрлетамаҡ ҡурайсыһы Динар Абдуллин башлап ебәрҙе. Һәр ҡатнашыусы исемлек буйынса бер көйҙө уйнай (мәҫәлән: беренсе ҡурайсы «Азамат»ты башҡара) һәм эстафетаны киләһе оҫтаға тапшыра. Ҡатнашыусылар яҙмаларҙы интернетҡа һала, бөтә республиканан һәм унан ситтә тыңлаусыларҙы берләштерә. Видеолар аҫтына хэштегтар ҡуйырға: #СоюзкураистовРБ #курай #110мелодий

