🐎🐎🐎 Төп приз - ТАЙ!!! Кем уны аласаҡ? Күргегеҙ, белгегеҙ килһә - рәхим итегеҙ!!!! — 17 июня 2026 г. в 15:51:39.349
🐎🐎🐎 Төп приз - ТАЙ!!! Кем уны аласаҡ? Күргегеҙ, белгегеҙ килһә - рәхим итегеҙ!!!! 🏹🏹 2026 йылдың 27 июнендә барығыҙҙы ла Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы янында үтәсәк 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы 3-сө, 15-се полк яугирҙары иҫтәлегенә арналған "Төньяҡ амурҙары" милли йәйәнән уҡ атыу турнирына саҡырабыҙ. 🎯🎯🎯 Был көндө ике ярыш буласаҡ- Төньяҡ амурҙары һәм Мәргән кубогы. 1. Төньяҡ амурҙары: 5 этап квалификация - Һөжүм, Тереһыу, Һыбайлы, Йәйләү атышы, Көмбәҙ (60.70 метр) ; финал - 40 метр, супер финал - еңеүсегә ТАЙ 🐎🐎🐎. 2. Мәргән кубогы - 93 метр - 1812 йылғы Ватан Һуғышынан еңеү менән ҡайтып килеүсе башҡорт яугиренең Шварцтағы Изге Лауренция сиркәүе шпилендәге уғын символлаштырған махсус сәпкә атыу буйынса абсолют еңеүсене билдәләү өсөн ойошторолған ярыштың 1-се этабы. Турнир 5 этаптан тора, еңеүсе 3 иң яҡшы һөҙөмтә буйынса йыйылған мәрәйҙәр суммаһы менән билдәләнә. Ҡатнашыусының кәмендә 3 этапта ҡатнашыуы мотлаҡ. 🎯🎯🎯 ятып ҡалғансы- атып ҡал!!!

