***
*** Үҙ-үҙеңә асыуланма, Ярат үҙеңде. Буй-һыныңды, уйҙарыңды, Әйтер һүҙеңде. Һәр кемдең бар кәмселеге Был ер йөҙөндә: Кем йыбана, кем мутлаша Йоммай күҙен дә... Кемдер оҙон, кемдер ҡыҫҡа, Кем ҡылый күҙле, Кемдер туҡтамай шаяра, Кемдер аҙ һүҙле... Кемебеҙ аҡ, кемдер ҡара, Йә ҡыҙыл тәнле. Кемдер һаран, тар күңелле, Кем изге йәнле... Бөтәбеҙҙе лә яратҡан Хоҙай тиң итеп. Йәшәргә Ер шарын биргән, Иркен, киң итеп. Беҙ үҙебеҙ тарһынабыҙ Киң еребеҙҙе. Яҡшы-яманға бүләбеҙ Бер-беребеҙҙе. Бер кемгә лә ҡарамайса, Үҙ юлыңды һал! Үҙ-үҙеңә асыуланма - Үҙең булып ҡал! ©• Сәкинә Тотманова