Баш ҡалабыҙҙа V Медиафорум башланды — 16 июня 2026 г. в 06:50:45.437
Баш ҡалабыҙҙа V Медиафорум башланды ✅Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республика киң мәғлүмәт сараларының V Медиафорумы старт алды. Уның девизы: «Барыһы ла Еңеү өсөн!». ✅Форумда 8 төбәктән вәкилдәр бар, 300-ҙән ашыу дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм яңы медиа өлкәһендәге эксперттар йыйылды. Форумда Республика Башлығы ла ҡатнашасаҡ. ✅Бында ҡатнашыусыларҙы бер нисә тематик майҙансыҡ көтә. «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!" секцияһында махсус хәрби операция шарттарында журналистарҙың эше, патриотик тәрбиә һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау тикшереләсәк. «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» майҙансығында һүҙ йәштәрҙе интернеттағы деструктив йоғонтонан һаҡлау, экстремизмға һәм заманса мәғлүмәт хәүефенә ҡаршы тороу хаҡында барасаҡ. "Яһалма зиһен"гә арналған секция ла эшләйәсәк. Эксперттар яңы технологияларҙың редакцияларға контент булдырырға, мәғлүмәт менән эшләргә һәм аудитория менән аралашырға нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләйәсәк. 🖊️Медиафорумда Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Людмила Ильязова, «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, яуаплы сәркәтиб Резеда Усманова, «Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Камила Лазарева ҡатнаша.

