Мотал Рәмов — 1 июля 2026 г. в 19:10:25.496
Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре Иңле “керистәр”! “Ҡомаҡ” һүҙен төрлө ерҙә төрлөсә йөрөтәләр. Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, ул, русса “крыса”ны башҡортсалап, “керис” тип атала... Ауылдар халҡы күпләп сусҡа тотҡан мәл. Нимәһе менәндер ҡомаҡҡа оҡшатып, ауылдаштарым уларҙы ла, “керистәр”, тиҙәр икән. Ҡаршы күршеләренең ишле генә шул “керистәре” апайҙың ҡоштарына ҡуйған емен ашауға оҫтарып алған: ем һалып ҡына инеүе була, әлегеләр ҡапҡа аҫтынан ҡыҫылып инеп, тауыҡтарға һалынған ем генәһен ҡырып-ялап ашап, һыуын эсә лә ҡуя. –Күрше, шул холҡһоҙ “керистәр”еңде йыяһыңмы, юҡмы? – Йәне ныҡ көйгән апай бер көндө күршеләренә инә. –Ниндәй “керистәр”? – Хужа бер ни аңламағанға һалышып, һорауға һорау менән яуап бирә. –Аһ-аһ, эт өйөрө итеп тотаһың бит шувыр нәмәләрҙе... Белмәй була баяғы... –Мин бер ниндәй ҙә керис тотмайымсы... –Сусҡа балларыңды әйтәм... –Ә-ә-ә... шулай тигән... Ҡолаҡтарында иңдәре бармы һуң? Ҡолаҡтары киҫелгән инеме? –Ыста, “керистәр”гә лә иң һалалар икән дә ул... Юҡ ине шикелле... –Әтеү минекеләр түгел. Апай, аптырап, ҡайтып китә. Хәҙер был хәл ауылда лаҡап булып йөрөй...

