🌀 Тормошҡа насар йәшәгәндәр зарланмай, яҡшы нәмәләрҙе күрә белмәгәндәр зарлана. — 1 июля 2026 г. в 19:25:07.771
🌀 Тормошҡа насар йәшәгәндәр зарланмай, яҡшы нәмәләрҙе күрә белмәгәндәр зарлана. 🌀 Күңел тигәнең китап кеүек, кешегә ышанып тапшыраһың – йыртып ҡайтаралар. 🌀 Һин ергә ятып, өҫтөңдән тапап йөрөргә рөхсәт ит, барыбер риза булмаҫтар, ниңә тигеҙ түгелһең тип һөйләнерҙәр. Кешеләр һинең турала нимә уйлауы бөтөнләй борсомаһын. Үҙеңсә йәшә. 🌀 Йылдар уҙған һайын күҙҙәр насарыраҡ, ә йөрәк яҡшыраҡ күрә. 🌀 Һөйләшергә өйрәндең — тимәк, үҫтең. Өндәшмәҫкә өйрәндең — тимәк, аҡылға ултырҙың. 🌀 Күңеле таҙа кеше башҡалар күңеленән кер эҙләмәй. 🌀 Бөтә ябыҡ ишектәрҙе шаҡырға, бөтә асыҡ ишектәргә инергә ярамай икәнен йәшәй-йәшәй генә аңлайһың. 🌀 Ғүмер китабыңды ялыу кенәгәһенә әйләндермә. 🌀 Мөһим кеше булыу яҡшы, әлбиттә. Әммә яҡшы кеше булыу мөһимерәк. 🌀 Асыуланышыу урын тарлыҡтан сыҡмай, күңел тарлыҡтан сыға. 🌀 Беҙҙән түбәндәр генә беҙҙең хаҡта насар уйлай. Ә беҙҙән яҡшыраҡтарҙың беҙҙә эше юҡ. 🌀 Күп кешеләр аҙнаны йома көтөп, айҙы байрам көтөп, йылды йәй көтөп, ғүмерҙе бәхет көтөп үткәрә. Ысынында иһә һәр көнгә ҡыуанып, һәр миҙгелгә кинәнеп йәшәргә кәрәк. Рәхимә Мусина фекерҙәре

