Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауыл зыяратын тәртипкә килтереү буйынса уҙған йылда аҡса йыйыу... — 8 июня 2026 г. в 13:21:05.868
Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауыл зыяратын тәртипкә килтереү буйынса уҙған йылда аҡса йыйыу башланғайны. Ошо урында изге эште башлап, ойоштороп, халыҡты үҙҙәре артынан эйәртеп йөрөүсе Хәлиуллин Мирғәле Мөхәрләм улына ауылдаштары рәхмәтле. Урындағы халыҡ,был изге эштә Йәрмөхәмәт ауылында тыуып ситтә йәшәүселәр ойоштороусыларҙы дәррәү күтәреп алып, зыяраттың кәртәһен алмаштырыу һәм уның биләмәһен тәртипкә килтереү өсөн тиҙ арала кәрәкле сумма йыйҙы һәм кәрәкле материалдар алынды.Тиҙ арала барлыҡ ир-егеттәрҙең көсө менән заманса материал менән эшләп бөттөләр.Ҡалған материал менән Мағаш йылғаһы буйындағы ҡәберлекте кәртәләнеләр. « Күмәкләп тотонғас, ҙур эште атҡарып сыға алдыҡ. Тик берҙәмлек менән генә бындай ҙур эштәр башҡарыла. Зыяратты тәртипкә килтереүҙә ярҙам күрһәткән ауылдаштарыма, кемдер техника, кемдер аҡса, кемдер үҙ көсө менән ярҙам итте барыһына ла ,шулай уҡ район хакимиәте етәксеһе Иҙрисов Азамат Сәфәрғәле улына рәхмәтебеҙ сикһеҙ- ти ойоштороусыларҙың береһе - Мирғәле Хәлиуллин. Тыуған ауылының йәшәйешенә битараф булмаған яҡташтар маҡтауға лайыҡ. Улар кесе тыуған яғының үҫеше өсөн ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй. Яҡташлыҡ көсө бер ваҡытта ла юғалмаһын, тип теләге килә. Изге эштә ҡатнашыусылар үҙҙәренә ҙур сауап алып, әруахтар рухы ла шатланғандыр.

